Белорет ҡалаһында наркотик матдәләрен таратыуҙа ғәйепләнгән ҡатын тотолған. Үткәрелгән тентеү эштәре һөҙөмтәһендә 41 йәшлек ҡатын ҡулға алынған.
Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 33 йәшлек егет үҙ теләге менән хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙамға килгән. Ул 550 һумға һатып алған наркотикты полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. Сауҙа килешеүе яһалғас та, ҡатын ҡулға алынған, үҙе менән унда тағы бер “доза” табылған.
Енәйәтсе күптән наркотиктар менән файҙаланғанын һөйләгән, ул наркологта иҫәптә тора. Тауарҙы башлыса интернет аша һатып алған, бер өлөшөн үҙе ҡулланған, ҡалғанын һатҡан.
Ғәйепләнеүсенең фатирында табылған төргәктәр экспертизаға йүнәлтелгән. Ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған.





