Был йылдың ике айында 476 кешелә ВИЧ-инфекцияһы асыҡланған.
“Баширформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, ауырыуҙар араһында 280 ир, 196 ҡатын-ҡыҙ.
Ауырыу төрлө юлдар менән йоғоуы ихтимал, әммә иң таралғандары - енси, парентераль (инъекция аша), вертикаль (әсәнән балаға).
2018 йылдың ике айында ВИЧ-инфекциялы йөҙ ауырлы ҡатын теркәлгән, 66 ҡатын бала тапҡан.





