Район, район-ара һәм ҡала судтары рәйестәренең йыллыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостандың иң яҡшы суд һәм судьялары билдәләнде. Был турала БР-ҙың Юғары суд матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Шулай итеп, 2017 йылдың иң яҡшы суды тип Благовар район-ара суды билдәләнде. Шулай уҡ Күгәрсен һәм Ҡариҙел райондарының судтары ла яҡшы эш өсөн маҡтаулы ҡағыҙҙар менән бүләкләнде.





