Талантлы йәштәр һүҙ тота

Өфөлә йәштәр араһында «Тере һүҙ» республика конкурсы асылды. Конкурста Башҡортостан төбәктәренән 50 нән ашыу кеше ҡатнаша. Улар өс номинация буйынса һынау тота. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тасури һөйләү, музыкаль һәләттәрен күрһәтеү һәм авторлыҡ әҫәрен уҡып ишеттереү. Конкурс һөҙөмтәләре иртәгә Гала-концертта иғлан ителә. Сараны Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡ ижады үҙәге ойошторған. Сығыштарҙы яҙыусылар, шағирҙар, актерҙар баһалай.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева