Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков 55 йәшлек юбилейын билдәләне.
Мәшһүр ҡурайсының юбилей кисәһе Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Ишморат Ҡәйүм улы сығышын башҡорт халыҡ йыры «Уралым»ды уйнап башланы. Мәҙәни сараға музыканттың ижадташ дуҫтары, уҡыусылары, яҡындары йыйылды. Тамашасы күңелен үҙенең репертуарындағы башҡорт халыҡ көйҙәре менән арбаған ҡурайсыны улар дәррәү алҡыштарға күмде. Ишморат Илбәков күптәргә тынғыһыҙ, эҙләнеүсән ижадсы булараҡ билдәле. «Ишҡурай»ҙың авторы донъяның утыҙҙан ашыу илендә булып, халҡыбыҙҙың милли инструментын башҡа төбәктәрҙә танытҡан. Сәхнә оҫтаһы өсөн ҡурай музыка ҡоралы ғына түгел, тоғро дуҫ та, моңдашы ла...





