Багдад ҡала төрмәһендә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ла бар

Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 57 ҡатын һәм уларҙың йөҙгә яҡын балалары, терроризм һәм законһыҙ рәүештә ил сиген үтеүҙә ғәйепләнеп Багдад ҡалаһының үҙәк төрмәһендә суд ҡарарын көтә.

Рәсәй мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, был ҡатындарҙың ирҙәре ИД террористик ойошмаһына ҡушылғандан һуң һуғышта һәләк булғандар. Балалары менән тол ҡатындар бер кемгә лә кәрәкмәй. Террористар биләгән ерҙәрҙе дәүләт көстәре азат иткәндән һуң был ҡатындар төрмәгә эләккән.

Яҡын Көнсығыш һәм Төнъяҡ Африкала Чечен республикаһы вәкиле Зияд Сабсаби хәбәр итеүенсә, зинданда ултырған ҡатындар Мәскәү, Төмән, Нижневартовск ҡалалары, Волгоград һәм Брянск өлкәләре, Чечня, Дагестан, Ингушетия, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларынан.

Иран судында Рәсәй ҡатындарын яҡлар өсөн Чечня Башлығы Рамзан Ҡадыров яллаған адвокаттар эшләй.

Бөгөнгә чечен властары Яҡын Көнсығыштан балалары менән бергә йөҙгә яҡын ҡатын-ҡыҙҙы ҡайтарған.

Фото: Рәсәй мәғлүмәт агентлығы