Өфө ҡалаһының Совет районында законһыҙ рәүештә урынлаштырылған 2 меңдән ашыу гараж һүтелде

Гараждарҙы тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыусылар һирәк. Башлыса унда иҫке һәм кәрәкмәгән әйберҙәр һаҡлайҙар.

Өфө хакимиәте билдәләүенсә, бындай ҡоролмалар хәүефле. Бигерәк тә мәктәп йә балалар баҡсаһы янында урынлашҡан булһа. 2015 йылдан алып бөгөнгәсә 2096 гараж емерелгән. Уларҙың 1159 белем биреү учреждениелары эргәһендә тора.

Гараждар урынына балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөләсәк. Был йүнәлештә эштәр дауам итә.