Стәрлетамаҡта ҡатын үҙ автомобилен балта менән емергән

Ваҡиға кисә, 5 мартта, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ибраһимов урамында була. Видеояҙма интернет киңлектәренә эләккән.

Ибраһимов урамында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан “Дэу Матиз” машинаһы туҡтатылған. Руль артында иҫерек ҡатын була. Автомобилде алып китер өсөн эвакуатор килгән арала ҡатын балта алып үҙ машинаһын емерә башлай. Был ваҡытта салон эсендә ҡатындың балаһы ла була.

Ярһыған ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә ташлана, уларға тәртип боҙоусыны тынысландырырға тура килә.