Бөгөн Өфөнөң коммуналь хеҙмәттәре көсөргәнешле эш режимына күсерелде

Юл таҙартыу һәм көслө ҡар яуыу эҙемтәләрен бөтөрөүгә мең ярым хеҙмәткәр, 200 берәмек техника сығарылған.

Синоптиктар фаразлауынса, баш ҡалала яуым-төшөм иртәгә иртәнгә тиклем дауам итә. Быға бәйле, юл хеҙмәттәре автомобиль хужаларына ҡар таҙартыуға ҡамасауламаҫ өсөн машиналарын юл ситендә ҡалдырмауҙарын үтенә. Бынан тыш, баш ҡала хакимиәте сайтында интерактив карта эшләй. Уның ярҙамында теге йәки был биләмәне йыйыштырыу өсөн яуаплы ойошмаларҙы белергә мөмкин.

Авторы: Гөлдәриә Йосопова