Улар республика биләмәләрендә законһыҙ тотолған. Документтары булмаған йылға-күлдәр байлығы уҙған аҙнала баш ҡала урамдарында ойошторолған рейд барышында асыҡланған.
Был балыҡтар уҙған аҙнала Өфө урамдары буйлап ойошторолған рейд барышында ҡулға төшөрөлгән. Улар менән һатыу итеүселәр продукцияның ҡайҙан килтерелеүен бер нисек тә аңлата алмаған. Етмәһә, рөхсәт ҡағыҙҙары ла булмаған. Әммә, табан, карп һәм суртандарға ҡарап балыҡтарҙың республикалағы йылға-күлдәрҙән килтерелеүен төҫмөрләргә мөмкин.
Рейдта ҡатнашыусылар әйтеүенсә, балыҡ менән браконьерҙар үҙҙәре сауҙа итмәй. Башлыса, был эшкә улар икенсе кешеләрҙе йәки алыпһатарҙарҙы йәлеп итә. Шуға ҡарамаҫтан, рөхсәт ҡағыҙҙары булмаған һатыусыларға 500 һумдан 1 меңгә тиклем штраф ҡаралған. Әгәр ҙә инде юридик шәхестәрҙең законһыҙ эшмәкәрлек алып барыуы асыҡланһа, штраф күләме 3 меңдән 5 мең һумға тиклем барып етә.
Законһыҙ тотолған балыҡтар Өфө районы Волков ауылындағы мал зыяратына алып барылды. Инспекторҙар иһә бындай рейдтарҙы артабан да даими ойоштороп торорға ниәтләй. Сөнки бөгөн урамдарҙа һәм юл буйҙарында йылға-күл байлыҡтары менән сауҙа итеүселәр кәмемәй. Быға штраф күләменең бәләкәй булыуы һәм ҡытай ауҙарының күпләп һатылыуы булышлыҡ итә.





