2018 йылдың тәүге кварталында компания бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа 150 млн һум кимәлендә ярҙам күрһәтергә әҙер. Әлеге ваҡытта льготалы лизингҡа төрлө технологик ҡорамалдар алыу өсөн 33 ғариза ҡарала. Белорет районындағы үлсәү завод ҡоролмаһы тәүгеләрҙән булып ҡатнашҡан предприяларҙың береһе. Был ярҙамға кемдәр дәғүә итә ала?
Металлдың һәр сантиметры иҫәптә. Яңылыш ҡырҡтыңмы, бәләкәй генә етешһеҙлек тә эште сафтан сығара. Яуаплылыҡты аңлаған хеҙмәткәрҙәр бында иртәнән ҡараңғы кискә тиклем эшләй.
Заводта ҡул эше мөмкин тиклем кәметелгән. Тигеҙләп һалынған металдарҙы махсус бысҡы ҡырҡа. Бары тик бер төймәгә баҫырға кәрәк. Шулай ҙа эш барышын күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай, ти хеҙмәткәрҙәр. Сөнки цехта бәләкәй генә деталдәрҙән автомобиль үлсәүҙәренә тиклем етештерелә.
Алты йыл элек механизатор һөнәрен иретеп-йәбештереүсегә алыштырған Раян Хәлитов кеүектәр бында байтаҡ. Мәғәфүровтар ғаиләһе менән заводта эшләй. Эргәлә генә эш булғанда, ситкә сығып китәһе юҡ, тигән фекерҙә эшселәр.
Ысынлап та, цехта эшләр өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Әйткәндәй, завод бер йыл элек яңы цехҡа күскән.
Айына йөҙәр тонна етештерелгән продукцияһын завод Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына, шулай уҡ Ҡаҙағстанға ебәрә. Сәнәғәттә шулай уҡ металл конструкцияһы сығарыла. Завод етәкселеге киләсәктә продукцияның сифатын яҡшыртырға ниәтләй. Ҡайһы бер материалдар өсөн махсус ҡоролма талап ителә. Ошо маҡсатта завод заманса ҡорамалдарҙы лизингка алырға күҙаллайбыҙ.
Вячеслав Ғиләжетдинов, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Әлеге ваҡытта льготалы лизингҡа төрлө технологик ҡорамалдар алыу өсөн утыҙҙан ашыу ғариза ҡарала. Тәүге иғәнә ғәҙәттәге, 30 процент урынына 15, йыллыҡ ставка ла ике тапҡырға әҙерәк - 7 процент. Был мөмкинлек төбәк лизинг компанияһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Башҡортостан конкурста еңеп сыға. Һөҙөмтәлә федерал һәм республика бюджеттарынан 2 миллиард һумлыҡ капитал тупланды. Программа тулыһынса дәүләт ҡатнашлығында үтә».
Льготалы лизингҡа бер йылдан ашыу эшләгән предприятиелар ғариза бирә ала. Бер йыллыҡ табыш 800 миллион һумдан, ә хеҙмәткәрҙәрҙең һаны йөҙҙән артмаҫҡа тейеш. Әйткәндәй, төбәк лизинг компанияһында республиканың ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙән эшҡыуарҙар ҡатнашырға хоҡуҡлы. Конкурстың юғары булыуын иҫәпкә алғанда, Башҡортостан бизнесмендарына ярҙам алыу өсөн ашығырға кәрәк.





