18 март- Президент һайлауҙары көнөндә Өфөлә йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләйәсәк

Һайлау барышын мөмкин тиклем асыҡ һәм оператив яҡтыртыу маҡсатында ойоштороласаҡ мәғлүмәт хеҙмәте «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында урынлаша.

Фото №1 - 18 март- Президент һайлауҙары көнөндә Өфөлә йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләйәсәк

Йәмәғәт матбуғат үҙәге 2016 йылда Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа уңышлы һынау үтте. Берҙәм тауыш биреү көнөндә тиҫтәнән ашыу сәйәси фирҡә, сәйәсмәндәр һәм социологтар менән брифингтар, матбуғат конференциялары уҙғарылған. Йәмәғәт ойошмалары тауыш биреү барышында теркәлгән ялыуҙарҙы ла тикшерә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, иң теүәл һәм тәүге мәғлүмәттәр тап ошондай туплана. Быйыл да улар хәбәрселәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырырға иҫәп тота. Матбуғат үҙәгенә кандидаттарҙың штаб вәкилдәре, күҙәтеүселәр, һәм башҡа беолгестәр менән осрашыуҙар үткәреү күҙаллана. Бында шулай уҡ ҡыҙыу линия ла эшләйәсәк. Үҙәк 18 мартта иртәнге сәғәт 8-ҙә асылып бер тәүлектән һуң ғына, һайлауҙың тәүге мәғлүмәттәре иғлан ителгәс кенә ябыласаҡ.

Авторы: Айнур Кәбиров

Волна
Акции БСТ