Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

Бөгөн Республика Профсоюздар йортонда республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Икенсе тапҡыр ойошторолған сарала бер төркөм гүзәл заттар туғыҙ номинацияла билдәләнде. Улар араһында өс баланан күберәк өлгөлө бала тәрбиәләгән, фән, иҡтисад өлкәһендә уңыш ҡаҙанған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан әсәләр билдәләнде.

Дәғүәселәр араһында Башҡортостандан тыш, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Мәскәү, Санкт-Петербургтан һәм хатта, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән дә гүзәл заттар бар ине. «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» республика конкурсын ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән ир-егеттәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Авторы: Азат Ғәлиуллин