42 йәшлек Максим өйөнән 2016 йылдың декабрендә сығып киткән һәм шунан бирле уның хәбәре юҡ.
Туғандары әйтеүенсә, ир өйҙә документтарын ҡалдырған һәм билдәһеҙ йүнәлештә сығып киткән.
Максим Швецовтың ҡылыҡһырламаһы: төҫкә 40 йәштәр самаһында, буйы 185 см., мыҡты кәүҙәле, күк күҙле, һары сәсле.
Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәр булһа 02, 8 347 279 31 22, 8 927 236 7 236 телефон һандарын йыйып хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бәйләнешкә сығыу һорала.





