Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Бөгөн белем усағының төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән тантанаға йыйылды. Белем биреү учреждениеһы 1943 йылда Совет Армияһы тынлы оркестрҙары өсөн хәрби музыкант тәрбиәләнеүселәр әҙерләү маҡсатында асылған.

Тәүге синыфтар балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренән, Ленинград һәм Смоленск өлкәләренән эвакуацияланған етем балаларҙан торған.1956 йылдан хәрби мәктәп үҙгәртеп ҡоролған. Мәктәп-интернатта Башҡортостан райондарынан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән килгән балаларға ла уҡыу мөмкинлеге булдырылған.

Музыкаль белем биреү махсус уйын ҡоралдарында индивидуаль өйрәтеүгә ҡоролған. Гимназияла һәр балаға тәбиғи һәләттәре буйынса тура килгән уйын ҡоралы һайлана. Уҡыусыларҙың ижади үҫешенә мөмкинлектәр киң һәм күп яҡлы.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева