1958 йылда яҙылған әҫәр бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Комедияны Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәләштергән. Спектакль «Бәләкәй ҡалалар театрҙарына ярҙам итеү» проекты сиктәрендә һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап Өфөлә тамашасы хөкөмөнә сығарылды.
Федераль программа буйынса республиканың ете театрына аҡса бүленгән. Сибай театрына музыкаль, яҡтыртыу ҡорамалдары алыуға, яңы постановкалар ҡуйыуға 5 миллион һум аҡса күскән. Бөгөн Милли йәштәр театрында «Ҡыҙ урлау» комедияһы менән проектта ҡатнашҡан тамашаларға йомғаҡ яһалды.





