Охлебинин ауылында 25 ғаиләгә һәм ике етем балаға фатир асҡыстары тапшырылды ла инде. Күп йылдар кеше фатирында, йә дөйөм ятаҡта, иҫке торлаҡта йәшәгән ғаиләләр иркен, яҡты бүлмәле өс ҡатлы йортҡа күсенә. Авария хәлендәге торлаҡтан яңыһына күсереү программаһы төбәктә уңышлы тормошҡа ашырыла. Артабан Оло-Тәләк ауылында өс ҡатлы йорт һалына башлай, унда проектта ҡатнашҡан 48 кеше фатирлы буласаҡ.





