“Ирәмәл” тәбиғәт паркында ҡаргиҙәрҙә йөрөү тыйыла

Бындай тыйыуҙы прокурор талап иткән. Махсус һаҡлау режимының боҙолоуы асыҡланған.

Закон буйынса, тәбиғәт парктарының экологик, эсететик һәм рекреацион сифаттарын кәметкән һәм юҡҡа сығарған эшмәкәрлек тыйыла. Ирәмәлдә лә был ҡанундар эшләй, йәғни ҡаргиҙәрҙә йөрөү рөхсәт ителмәй. Шуға ҡарамаҫтан, үткән йылды кәмендә биш туристик төркөм махсус транспорт төрө менән файҙаланып изге тауға күтәрелгән.

Ҡаргиҙәрҙәрҙең двигателе һауа бысрата һәм тәбиғәткә насар йоғонто яһай. Прокурор махсус биләмәлә ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөүҙе ҡәтғи тыйҙы. Ҡанун боҙоуға юл ҡуйған хеҙмәткәрҙәр яуаплыҡҡа тарттырыласаҡ.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат-хеҙмәте мәғлүмәте буйынса әҙерләнде.

Фото №1 - “Ирәмәл” тәбиғәт паркында ҡаргиҙәрҙә йөрөү тыйыла
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ