ТурСтат аналитик агентлығы Рәсәйгә килгән сит ил туристары араһында иң популяр төбәктәрҙе билдәләне.
Рейтингта Мәскәү менән Санкт-Петербург ҡалаларын иҫәпкә алмағандар, уларҙың былай ҙа беренсе урында икәнлеге билдәле. 2017 йылда Мәскәүгә 4,8 млн сәйәхәтсе килгән, Санкт-Петербургҡа - 3,75 млн.
Башҡортостан 11-се урында, үткән йылда беҙгә 100 мең сит ил гражданы килгән.





