Башҡортостанда һауа температураһы -27 градусҡа тиклем төшәсәк

Башҡортостанда иртәгә төнөн -27 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы.

Иртәгә, 7 мартта, Республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы, юлдарға көрт һалыуы көтөлә. Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә көсәйеүсән. Һауа температураһының республикала төндә -15, -20, аяҙайтҡанда -27 градусҡа тиклем түбәнәйеүе, көндөҙ -8, -13, Өфөлә төндә -15, -17, ҡала ситендә -22, көндөҙ -8, -10 градус һалҡын булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндөң һалҡынса булыуы, күпселек райондарҙа ҡар яуыуы көтөлә.