“Өфө” футбол клубы уйынсылары менән осрашыуҙан ҡалма

Футбол буйынса донъя чемпионатына тиклем теүәл 100 көн ҡалды. Ошо датаға айҡанлы бөгөн бөтә Рәсәй буйлап төрлө спорт-күңел асыу саралары көтөлә.

“Өфө” футбол клубынан Бразилия тренеры Виллиам Артур де Оливейра һәм уйынсылар “Ҡунаҡ һарайы”нда халыҡ өсөн физик зарядка үткәрәсәк. Бынан тыш төрлө уйындар, конкурстар ҙа ҡаралған.

Спорт байрамы бөгөн сәғәт 16:00 башлана.