5 мартта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ҡатнашлығында оператив кәңәшмә уҙғарҙы.
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, эшһеҙлек төбәктең иҡтисади-социаль үҫешенең дөйөм күрһәткесен сағылдыра.
– Предприятиелар менән алып барылған эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә былтыр, башҡа йылдарға ҡарағанда, 45 меңдән ашыу кеше эш урыны менән тәьмин ителгән. Вакансиялар буйынса уртаса эш хаҡы 26,1 мең һум тәшкил итә. Эш эҙләп мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт иткән 90 мең кешенең 65 меңе эшкә урынлаштырылған, -ти Ленара Иванова.
Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат-хеҙмәте материалы буйынса әҙерләнде.





