10 март “Өфө” футбол клубы “Анжи” менән осраша. Матч 22-се Рәсәй чемпионаты сиктәрендә үтә.
Үткән йылда ла Өфө менән Махачкала командалары уйнағайны, ул саҡта “Анжи” еңде. Әммә быйыл “Өфө” иҫәп таблицаһында 6-сы урында, ә Махачкалалар бөтөнләй аҫта. Был беҙҙең команданың көсәйеүе тураһында һөйләй.
Уйын көнө һауа температураһы -10 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ. Көйәрмәндәр өшөмәһен өсөн ойоштороусылар эҫе сәй һәм бутҡа таратасаҡ.





