Башҡортостанда күп балалы әсәйҙәрҙе тәбрикләнеләр

Етеп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы, Хөкүмәт Йортонда күп балалы әсәләрҙе “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнеләр.

Фото №1 - Башҡортостанда күп балалы әсәйҙәрҙе тәбрикләнеләр

Ҡотлау һүҙҙәре менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Салауат Сәғитов сығыш яһаны, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат-хеҙмәте.

Быйыл был награда булдырылыуға 20 йыл, ошо арауыҡ эсендә ете мең ярым ҡатын бүләкләнгән. Беҙ артабан да үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәйәсәкбеҙ. Тәү сиратта, Рәсәй Президенты иғлан иткән “Балалар ун йыллығы” сиктәрендә төбәктәге ижтимағи өлкәгә иғтибар бүленәсәк. Быйыл федераль бюджеттан республикаға 1,36 млрд һум ҡайтарыла. Был суммаға үҙебеҙ ҙә аҡса ҡушып балалар баҡсаларында йәсле төркөмдәрен ойошторасаҡбыҙ, тине үҙ сығышында Салауат Сәғитов.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ