Уҙған ял көндәрендә Мәләүез ҡалаһында бер ир урамда китеп барған малайҙың башына таш менән бәрә. Бының турала полицияға хәбәр итәләр.
“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, башы йәрәхәтләнгән уҡыусы медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән.
Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе ир эҙләнә. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.





