Бөгөн төнөн Менделеев урамында үлемесле фажиғә теркәлә. 30 йәшлек “Hyundai Solaris” водителе ҡыҙҙы тапаған.
Һәләк булыусы юлды йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнмәгән урында үтеп барған була, авариянан алған йәрәхәттәрҙән ул һәләкәт урынында йән бирә.
Әлегә ҡыҙҙың кем икәнлеге асыҡланмаған. Тәү ҡарашҡа ул 19-20 йәштәрҙә.





