Өфө урамдары тәртипкә килтерелә

2017 йылда ҡала урамдарын тәртипкә килтереү буйынса пилот проект бойомға ашырылды. Программа сиктәрендә ҡырҡтан ашыу урамда капиталь төҙөкләндереү үтте.

“Уртаҡ ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһы буйынса 27 урам ремонтланды. Уларҙың һигеҙе Сипайлово биҫтәһендә, ун туғыҙы ҡала үҙәгендә. Проект эшләгән ваҡытта урындағы халыҡтың теләктәре иҫәпкә алынды.

Был программа буйынса былтыр юл һәм тротуарҙар ремонтлана, автомобиль ҡуйыу урындары арттырыла һәм ике хоккей майҙансығы төҙөлә. Бынан тыш, балалар майҙансыҡтары һәм тренажор комплекстары урынлаштырыла.