Салауат ҡалаһы суды енәйәтсене 5 йылға тәртип төҙәтеү колонияһына хөкөм итте.
2017 йылдың сентябрендә енәйәтсенең танышы йөрөгән ҡыҙын рәнйеткән 9-сы синыф уҡыусыһы тураһында ошаҡлаша.
Егет мәктәп уҡыусыһы менән осрашыу тураһында килешә. Осрашыу ваҡытында ул 15-16 йәшлек үҫмерҙәрҙе туҡмай. Ғәйепләнеүсе үҫмерҙәрҙе ташландыҡ бинаға алып бара һәм танышының һөйгән йәре алдында ғәфү үтенергә, һуңынан 20 кешелек өҫтәл йәйергә талап итә. Быларҙың барыһы ла видеоға төшөрөлә һәм интернетҡа һалына.
Бынан тыш, бер-нисә ай элек ошо уҡ егет урам буйлап үтеп барған 32 йәшлек иргә страйкбол өсөн тәғәйенләнгән мылтыҡ менән башына һуҡҡан. 2017 йылдың авгусында ҡала магазиндарының береһенән 18 меңлек штрих-код сканерын урлаған.
Егет үҙ ғәйебен өлөшләсә таныны, тип Башҡортостан прокуратураһының матбуғат-хеҙмәте хәбәр итә.





