Өфөлә тын ярҙамында ашҡаҙан ауырыуҙарын асыҡлаусы прибор эшләйҙәр

Өфө дәүләт авиация техник университеты магистранты Розалия Нафиҡова, ашҡаҙанда Helicobacter pylori бактериялары барлығын, кешенең тыны буйынса билдәләгән прибор яһаған.

Фото №1 - Өфөлә тын ярҙамында ашҡаҙан ауырыуҙарын асыҡлаусы прибор эшләйҙәр

Helicobacter pylori амиак бүлә, ул кеше тыны менән сыға, ә прибор амиак күләмен иҫәпләй.

Йәш ғалимә һүҙҙәре буйынса, кеше йылдар буйына бактериялар барлығын һиҙмәйенсә йәшәй, улар бысраҡ һыу һәм аҙыҡ аша йоға. Helicobacter pylori сей яра, гастрит, эсәк ауырыуы, хелибактериоз һәм хатта ашҡаҙан яман шеше барлыҡҡа килеүгә йоғонто яһай.

Розалия Нафикованың ҡоролмаһына УМНИК программаһы буйынса ярты миллион һум грант бүленде. Был аҡса ғалимәгә тәүге прототип төҙөргә мөмкинлек бирҙе.

Фото: Башҡортостандың техник фән өлкәһендә кесе предприятиелар үҫешенә ярҙам итеү фондының матбуғат-хеҙмәте.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ