М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физкультура-һауыҡтырыу комплексында бөтә төркөм инвалидтар араһында йөҙөү буйынса чемпионат ойошторолдо. Ярышҡа республика ҡала-райондарынан һәм Ҡаҙандан спортсылар йыйылды.
Ишетеү һәм күреү һәләтен юғалтҡандар, хәрәкәттәре сикләнгән, шулай уҡ аҡыл үҫеше тотҡарланғандар араһында 18 миҙал уйнатылды.





