Был закон проекты Дәүләт Думаһы тарафынан яҡлау тапһа, улар 2019 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк.
– Дәүләт һәм муниципаль учреждение етәкселәре урынбаҫарҙары йыл һайын үҙҙәренең, тормош иптәштәре һәм бәлиғ булмаған балаларының килемдәре, сығымдары һәм милек тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тапшырыу бурысын нығытыуға йүнәтелде, – тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат-хеҙмәте материалы буйынса әҙерләнде.





