Өфөлә ҡатын интернет аша сәскә алам тип 30 меңгә алданған

22 йәшлек ҡыҙ енәйәтселәр ҡорбаны булған. Уға 2500 тюльпандан торған гөлләмә вәғәҙә иткәндәр.

Фото №1 - Өфөлә ҡатын интернет аша сәскә алам тип 30 меңгә алданған

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, ҡыҙ интернет аша сәкәләргә заказ яһаған. Һатыусы менән телефон аша һөйләшкән һәм енәйәтселәрҙең иҫәбенә 32 500 һум күсергән. Әммә вәғәҙәләнгән сәскәләр килмәгән. Һатыусыға кире шылтыратыу ҙа мөмкин түгел булып сыҡҡан.

Әлеге ваҡытта мутсыларҙы эҙләү буйынса эш алып барыла.

Волна
Акции БСТ