34 йәшлек ирҙең мәйетен 9 март Бакалинский урамында тапҡандар. Үлем сәбәбен хоҡуҡ һаҡлау органдары асыҡлай.
“Уның үҙе менән автомобиль асҡысы бар ине, шуға күрә полиция хеҙмәткәрҙәренә автомобиль юғалыу сәбәпле ғариза яҙманыҡ. Урамдар буйлап йөрөп машинаны үҙебеҙ табырға тырышабыҙ”, - ти вафат булған ирҙең ағаһы. Ул шулай уҡ ҡала халҡынан ярҙам һорай. Артҡы тәҙрәлә “НЕМЕЦ автозапчасти” наклейкаһы йәбештерелгән “Фольксваген Бора” машинаһын күреүселәрҙе 8 937 500 70 55 телефон һандары буйынса шылтыратып хәбәр итеү һорала.





