Аҙна яңылыҡтары. Ирәмәлгә хәҙер йәйәүләп кенә артылырға мөмкин

Ирәмәл бәғзеләрҙе мендермәй. Мистика түгел, ә прокуратура. Хоҡуҡ һаҡсылары тәбиғәт паркы биләмәһенә техника менән үтеүҙе бөтөнләй тыйҙы, шул иҫәптән ҡаргиҙәрҙәргә лә. Тауға хәҙер йәйәүләп кенә артылырға мөмкин. Тәү ҡарашҡа экосистеманы һаҡлауға йүнәлтелгән сара, башҡа йәһәттән ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Мәҫәлән, хәҙер мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм оло йәштәгеләр өсөн тауға күтәрелеү тормошҡа ашмаҫ хыялға әйләнде. Төбәктә туризм үҫешенә лә сик ҡуйылды. Учалының Байһаҡал һәм Белореттың Николаевка ауылдары яғынан туристар ҡышын Ирәмәлгә бөтөнләй күтәрелмәй. Юл алыҫ, маршрутты быға тиклем ҡаргиҙәрҙә генә үткәндәр. Уның ҡарауы Силәбе өлкәһе Төлөк ауылынан тауға күтәрелергә теләүселәр ишәйгән генә. Был йүнәлеш буйынса тауға күтәрелеү еңелерәк. Шуға ҡаргиҙәр хәрәкәтен тыйған район-ара тәбиғәтте һаҡлау прокуроры кемдең тирмәненә һыу ҡоя икән, тигән һорау ҙа тыуа.

Силәбе өлкәһе Төлөк ауылынан ҡаргиҙәрҙә ҡуҙғалабыҙ. Инспектор Сергей Сиротиндың "Буран"ы һалмаҡ ҡына тауға үрмәләй. Йәйәүле туристарҙы көнләштереп алға ынтылабыҙ.

"Ирәмәл" тәбиғәт паркы сигенән Башҡортостан башлана. Ҡаргиҙәрҙә тап ошо шлагбаумға тиклем үтергә мөмкин. Артабан бары тик йәйәүләп.

Ҡояшлы көн. Аяҡ аҫтында күңелле итеп ҡар кетерләй. Баҫҡан һайын юғарыға юл кәмей.

Туҡталҡала Өфөнән "Гастелло" турклубы ағзаларына юлығабыҙ. 30 йыл инде Ирәмәлгә күтәрелеүсе тәжрибәле туристар прокурорҙың ҡарарын хуплай. 100 саҡырым юл үтеп, машина газдарын һуларға килмәнек тип аңлата улар үҙ ҡарашын.

Юғарыла "Ирәмәл" тәбиғәт паркы инспекторҙары дежур итә. Был юлы сират Белорет районы хеҙмәткәрҙәрендә. Өлкән инспектор Радик Сәфиуллин билдәләүенсә, Байһаҡал һәм Николаевка ауылдары яғынан һуңғы ваҡытта туристарҙың аяғы өҙөлөп тора.

Прокурорҙың ҡарары ғәмәлгә ингәндән алып бер нисә протокол да тултырылған. Ҡағиҙәне боҙоусылар беҙҙең видеокамераға ла эләкте. Тиҫтәгә яҡын ҡаргиҙәр тап Белорет районы Николаевка ауылы яғынан Ирәмәл һыртына күтәрелде. Тыйылған емеш тәмле булған өсөн түгел, был йүнәлеш буйынса ҡышҡыһын тауға күтәрелеү мөмкинлеге булмағанлыҡтан техникаға ултырырға тура килгән.

Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылында Ирәмәл туристарын хеҙмәтләндереү буйынса үҙенсәлекле индустрия үҫешә. Урындағы халыҡ тауға күтәрелеүселәргә мунса яға, транспорт сараларын, торлаҡ тәҡдим итә. Хаҡлы ялдағы Георгий Алексеев та иҫке генә "Буран"ын тап Ирәмәл туристарын йөрөтөү өсөн һатып алған. Пенсия янына тағы бер пенсия эшләй торғайным, хәҙер табыш кәмеп тора, ти уҙаман.

Республикала танылған йәмәғәт эшмәкәре һәм йәйәүле турист Никлай Кочнев Төлөк ауылында турбаза тота. Прокурорҙың ҡарарын ул Силәбе өлкәһе өсөн файҙалы тип баһалай. Башҡортостан яғынан Ирәмәлгә күтәрелә алмаусылар хәҙер Төлөккә килә. Был йүнәлеш буйынса Ирәмәлгә тиклем 14 саҡрым юл үтергә кәрәк. Николаевка һәм Байһаҡал яғынан 20-25 километр. Оло йәштәгеләр һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн Ирәмәл хәҙер бөтөнләй ябылды тип үкенес белдерә уҙаман.

Район-ара тәбиғәтте һаҡлау прокурорының ҡарары йәмәғәтселер араһында ла төрлө фекерҙәргә юл асты. Күптәр уны ентекле уйланылмаған тип баһалай.

"Ирәмәл" тәбиғәт паркының һәр миҙгелдә үҙ матурлығы. Шуға ла тауға турист ағымы ҡышҡы осорҙа ла кәмемәй. География ла киң. Көньяҡ Уралдың ынйыһын күрергә тип хатта, Алыҫ көнсығыштан килеүселәр ҙә бар. Беҙ тауға күтәрелгән ике сәғәт эсендә генә Төлөк кардоны аша 200 турист үтте.

Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәләренең береһенә йәйәүләп күтәрелеү ысынлап та, еңелдән бирелмәй. Туристарҙың ҡайһы берҙәре ҡаргиҙәрҙәрҙе тыйыуҙы яңылыш фекер тип иҫәпләй. Улар әйтеүенсә, йәйәү маршруттар менән бер рәттән моторлы һуҡмаҡтар ҙа булырға тейеш. Был ваҡытта инде барыһының да мәнфәғәте ҡайғыртыласаҡ.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин