Аҙна яңылыҡтары. Хәҙер эште киңерәк йәйелдереүгә алынған кредиттар ҙа дәүләт тарафынан субсидияланасаҡ

Ауыл хужалығын үҫтереү өсөн был һиҙелерлек ярҙам.

Банктар үҙҙәре проценттарҙы кәметеп бармай. Шуға күрә мәсьәләне властарға хәл итергә тура килә. Республика хөкүмәте президиумы ултырышында кредиттарҙың процент ставкаларын субсидиялау тәртибе раҫланды. Уға ярашлы, банктарҙан алынған займдар проценттары биштән дә артмаясаҡ.

Президиум ауыл еренә эшкә ҡайтыусыларға аҡсала ярҙам күләмен дә арттырҙы. Бынан ары төпкөлдәргә ҡайтыусы ауыл хужалығы белгестәренә йөҙ мең һум урынына 5 йөҙ мең һум түләйәсәктәр.