Аҙна яңылыҡтары. Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанда нимәнәндер өркөп сығынлаған аттан 5 кеше йәрәхәтләнде

Үткән аҙна аҙағында Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанда нимәнәндер өркөп сығынлаған аттан 5 кеше йәрәхәтләнде. Юртаҡ кошовкаға егелгән була. Бәхетле осраҡ ҡына ҙур бәләнән аралай. Әгәр балалар хәлде аңлап ҡалып тиҙ генә бина эсенә инеп йәшеренмәһә, ат уларҙы бәрҙереп китер ине. Әлеге ваҡытта осраҡ буйынса тикшереү эштәре бара.

Аттың ниндәй тиҙлектә сабыуын «Өфө планетарийы» бинаһының тышына, тимер рәшәткәнең кәкрәйеүенә ҡарап билдәләп булалыр. 3 мартта Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында егелгән аттың ярһып сабыуы һөҙөмтәһендә биш кеше йәрәхәтләнә.

«Өфө планетарийы» тирәләй ул ике тапҡыр сабып үтә. Атты учреждениеға килеп бәрелеүе генә туҡтата. Әйткәндәй, планетарий хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, парк биләмәһендә йылҡы малына бәйле күңелһеҙ хәл тәүгә теркәлмәй. Аҙна-ун элек бер бала аттан тешләнгән. Беҙҙең ижади төркөм Ленин майҙанында пони, аттар йөрөтөүҙе ойошторған хеҙмәткәрҙәр менән бәйләнешкә инде. Ләкин ул ваҡыты тығыҙ булыуға һылтанып, элемтәне өҙөргә мәжбүр булды.

Ғәҙәттә, ҡаланың парктарында йәнлелек шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә күҙәтелә. Халыҡтың күплелегенә бәйле, урында төрлө күңел асыу саралары арта. Шул иҫәптән пони, аттар ҙа йөрөү ҙә. Ул ҡаланың барлығы тиҫтәгә яҡында паркында ойошторолған.

Аттың ярһып сабыуына нимә сәбәпсе булыуы аныҡ ҡына билдәһеҙ. Нимәгәлер өркәккәнме, йә хеҙмәткәрҙең тәжрибәһеҙлегенән бәйлеме һорау асыҡ ҡала. Белгестәр атты эйәрләр, егелгән арбаға ултырыр алдынан уның холҡона иғтибар итергә кәрәк тигән фекерҙә.

Ҡала паркында пони, ат кеүек хайуандарҙы тотоуға Өфө хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы рөхсәт бирә. Ҡарар килешеү менән нығытылған. Әгәр инде ведомствоға ике тапҡыр ялыу килгән осраҡта, эшмәкәрлек туҡтатыла. Ә әлегә күңелһеҙ хәлгә бәйле тикшереү дауам итә.

Авторы: Азат Ғәлиуллин