Аҙна яңылыҡтары. Уҡыусы үлеме өсөн ике йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде

Ишембай ҡалаһында Нөгөш һыуһаҡлағысында ике йыл элек батып үлгән Булат Алтынсуриндың синыф етәксеһе Миләүшә Ҡантимероваға ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Суд ултырышы айырыуса ауыр үткән. Сөнки залда ике ҡатын-ҡыҙ илай. Береһе сабыйын юғалтҡан әсә, ә икенсеһе уйламағанда ошондай хәлгә ҡалған уҡытыусы. Әсәне лә , мөғәлимде лә аңларға мөмкин. Балаһы үлемен ғәфү итә алмаған әсә лә йәл. Шул уҡ ваҡытта бер ни уйламай балаларҙы һыу буйына алып төшкән йәш уҡытыусы ла. Бер ни уйламай. Ә кемебеҙ уйлай һуң? Ниндәй уҡытыусы балалар артынан барлыҡ ҡағиҙәләрҙе лә теүәл үтәп күҙәтеп йөрөй? Берәй хәл тыумайынса хәүефһеҙлек тураһында беребеҙ ҙә уйламайбыҙ, килешәһегеҙме? Бәләнән һуң ғына ниндәйҙер ҡағиҙәләр уйлап сығарабыҙ, ғәйеплеләрҙе эҙләйбеҙ. Хәйер улары ла кәрәк. Башҡаса фажиғәле хәл ҡабатланмаһын өсөн.

Әсә улының үлеменә әле булһа ышанырға теләмәй. Ике йыл элек Булат Нөгөш һыуһаҡлағысында батып һәләк булған. 2016 йылдың 28 майында Мәләүез ҡалаһындағы Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының һигеҙенсе синыф уҡыусылары экскурсияға бара. Уларҙы синыф етәксеһе Миләүшә Ҡантимерова етәкләй, тағы ата-әсәләрҙән биш кеше була.

Һуңыраҡ асыҡланыуынса,тәбиғәткә сығыуҙың маҡсаты урындағы ландшафтты өйрәнеү булған. Уҡытыусы балаларҙы алдан уйланылмаған маршрут буйынса Нөгөш буйына алып киткән. Өлкәндәр ситтә ултырып ҡалған, ә үҫмерҙәр һыуһаҡлағыстағы пантонда волейбол уйнаған. Уйындан уймаҡ сығыр тип улар башына ла килтермәгәндер. Сөнки тупты эләктерә алмаусыға уны һыуға төшөп алыу шарты ҡуйыла. Туп артынан боҙло һыуға төшкән Булат кире сыға алмаған. Үҫмерҙең кәүҙәһен водолаздар иртәгәһенә генә таба. Уның синыф етәксеһенә ҡарата енәйәт эше асылған.

Суд залында ике кеше илай. Ғәзиз балаһын мәңгелеккә юғалтҡан әсә һәм уның синыф етәксеһе. Мәғлүмәттәр буйынса ул гимназиянан үҙ теләге буйынса эштән киткән һәм Мәләүездәге юғары уҡыу йорто филиалында уҡытып йөрөй. Суд ултырышы ике сәғәткә яҡын барҙы.

Миләүшә Ҡантимерова ике йылға шартлы рәүештә иркенән сикләнә, бәлиғ булмаған балалар уҡыған учреждениела уға педагогик эшмәкәрлек алып барыу тыйыла.

Уҡытыусы осраҡ буйынса аңлатма бирмәне, уның ҡарауы, ҡулы менән беҙҙең ижади төркөм видеокамераһы объективын ҡапларға ынтылды.

14 йәшлек Булат Алтынсурин уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмаған. Милли көрәш буйынса чемпион. Үҫмер бер туған ағаһы менән бергә гимназия намыҫын республика кимәленә күтәргән уҡыусыларҙың береһе булған. Хәрби булырға уйлаған, әммә бөтәһе лә хыялда ғына ҡалыуы аяныслы

Малайҙың ата-әсәһе суд ҡарары менән килешһә-килешмәһә лә башҡа ялыу бирергә уйламай, енәйәт эше лә факт буйынса асылған. Ҡара ҡайғыға батҡан Алтынсуриндарҙың бер генә теләге - бындай осраҡтар ҡабатланмаһын. Ә уҡытыусы менән уның адвокаты артабан аппеляцияға бирергә йыйына. Синыф етәксеһе үҙен аҡлауҙы талап итә. Тик баланың ғына ғүмерен кире ҡайтарып булмай.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева