Аҙна яңылыҡтары. Гүзәл заттар нисә мең хеҙмәт хаҡына ризалаша һәм ниндәй өлкәлә эшләргә теләй?

Ир-егеттәргә, хатта һүлпәнерәк эшләһәләр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк түләйҙәр, тигән фекер йөрөй. Бәлки сәбәп ирҙәрҙең эш биреүселәргә юғары талап ҡуйыуындалыр. Халыҡтан һорау алыу һөҙөмтәләре лә бит шуны иҫбатлай. Ә гүзәл заттар нисә мең хеҙмәт хаҡына ризалаша һәм ниндәй өлкәлә эшләргә теләй? Ирҙәр уртаса 35 меңгә эш урыны эҙләһә, ҡатын-ҡыҙҙар 25 меңгә лә риза икән. Шулай уҡ тулы булмаған эш көнө буйынса эшләргә теләүселәр ҙә байтаҡ. Респонденттарҙың һәр алтынсыһы сауҙа үҙәгендә мәшғүл булырға теләй. Һәр һигеҙенсе нәфис зат үҙен бухгалтер итеп күрә. Банк, идарасы һөнәре лә һорау менән файҙалана. Сеймал табыу өлкәһендә эшләргә теләк белдереүселәр бөтөнләй булмай сыҡты. Был аңлашыла нимәлер табыу тәбиғәт тарафынан көслө заттарға йөкмәтелгән. Шулай ҙа , 1857 йылда уҡ башланған хәрәкәт ышаныслы алға бара. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, иҡтисадта йәлеп ителгән эшсе көстәрҙең 47 проценты ҡатын-ҡыҙҙар һәм был сик түгел.

Ҡулда Макаров пистолеты, өҫтә бронежилет. Кесе сержант Адель республиканың махсус тәғәйенләнеш отрядында хеҙмәт иткән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. Омонға һайлап алыу этаптарын үтеү еңелдән булмай. Физик һәм психик яҡтан ныҡлығы тикшерелә. 25 йәшлек ҡыҙ теүәл бер йыл элек барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, көслө заттар менән хәҙер бер тиң хәрби заданиелар үтәй.

Адель, Рәсәй гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряды кесе сержанты: «Көн һайын заданиелар, күнекмәләр, командировкалар. Хеҙмәт итеү оҡшай. Минең әсәйем дә - милицияның подполковнигы булды. Ул миңә матур тәрбиә бирҙе. Ғәзиз кешемә ҡарап мин дә ошо юлды һайланым».

Был енәйәтсене ҡулға алыу буйынса ябай күнекмә. Шуға ҡарамҫтан, бында һәр аҙым секундына тиклем алдан уйланылған. Шәхсән Адель отряд хеҙмәткәрҙәренең ғүмере өсөн яуаплы. Көслө заттарҙың арҡаһын һаҡлай ул.

Гүзәл заттарҙың полиция хеҙмәтендә эшләүе йыш күренеш. Регина Саттарова 2005 йылдан алып хоҡуҡ һаҡлау һағында. Ошо ваҡыт эсендә ул енәйәт эштәрен асыҡлау буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшкән. Бурҙарҙы шәхсән үҙе ҡулға алған осраҡтары бар. Әйткәндәй, яратҡан һөнәре ғаиләле лә итә. Тормош иптәше Илгиздең дә яурындарында погон. Уртаҡ хеҙмәт бурысы булыуға ҡарамаҫтан, өйҙә эш тураһында һөләшмәҫкә тырышабыҙ,-ти Саттаровтар.

Гүзәз заттар трактор , комбайнға ла менәләр, самолет, вертолетта ла осалар. Йыһан киңлектәрен иңләү ҙә уларҙың ҡулдарынан килә торған эш. Троллейбус һәм трамвайҙар менән дә башлыса ҡатын-ҡыҙҙар идара итә. Эльвира Муллайәнова ун ике йыл элек Депоға эшкә төшә, үҙенең кабинаһын ул һәр яҡлап матурларға тырыша. Бөтә ерҙә тәртип. Пассажирҙарҙы ла көн дә йылмайып сәләмләй. Әйткәндәй, водитель һөнәрен һайлауы осраҡлы түгел, атаһы, ағаһы ла ошо йүнәлештә эшләй. Үҙенә күрә ғаилә династияһын дауам итә.

Гүзәл заттарҙың ир-егеттәр эшен башҡарырға ынтылыуына аптырайһы түгел. 8 март байрамының тарихын ғына алып ҡарайыҡ. 1857 йылдың тап ошо көнөндә Нью-йорктағы тегеү һәм аяҡ-кейеме фабрикаларында эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлап ҡала урамдарына сыға. Улар урындағы етәкселектән эш көнөн ҡыҫҡартыуҙан тыш, ир-егеттәр менән бер тигеҙ хеҙмәт хаҡын түләүҙәрен талап итә. Бөгөн иһә эшкә алынғанда енси үҙенсәлектәргә бүленеш юҡ тиергә мөмкин.

Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, эшсе халыҡтың 47 проценты бөгөн ҡатын-ҡыҙ. Араларында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп, етәксе вазифаһында эшләүсе гүзәл заттар күп. Шулай уҡ республиканың сәйәси-иҡтисади тормошонда ҡайнап йәшәүселәр ҙә ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙыра.

Шулай ҙа ниндәй генә ҙур үрҙәр яуланмаһын, ҡатын-ҡыҙ өсөн тәүге урында карьера түгел, ә ғаилә ҡиммәттәре булырға тейеш. Тормошта әсәлек бәхетенән дә юғарыраҡ баһа юҡтыр.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина