Өфөлә ҡунаҡтары менән ҡуша фатирын яндырған ир ҡулға алынған

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты Өфөлә 28 йәшлек ир “Ике һәм унан күберәк кешене ҡанһыҙ һәм хәүефле ысул менән үлтерергә ниәтләү” һәм “Хәүефле ысул менән ҡанһыҙ рәүештә үлтереү” статьялары буйынса ғәйепләнә, тип хәбәр итә.

7 март 28 йәшлек егет таныштарын саҡырып өйөндә байрам ойоштора. Бер мәл 36 йәшлек ҡатын менән 49 йәшлек ир аш бешереү бүлмәһендә бикләнә. Фатир хужаһы бензин һибеп аш бүлмәһе ишегенә ут төртә һәм бөтә ишектәрҙе бикләп сығып ҡаса. 49 йәшлек ир янғында вафат була, ҡатын ҡотҡарыла, ул әле ҡала дауаханаларының береһендә реанимацияла ята.

Фажиғәнең барлыҡ деталдәре асыҡлана.