АҠШта Рәсәй президентының һайлауҙары үтте

Ошо йәкшәмбе, 11 март, Америка ҡушма штаттарында ваҡытынан алда Рәсәй президентының һайлауҙары үтте. Америкала йөрөгән беҙҙең ил Граждандары Атланта, Майами, Чикаго һәм Миннеаполиста тауыштарын бирҙе.

АҠШлағы Рәсәй посольствоһына һылтанып ТАСС хәбәр итеүенсә, һайлауҙарҙа Ҡушма штаттарҙа даими йәшәүсе россияндар ҙа, ваҡытлыса барып сыҡҡан россияндар ҙа ҡатнашты. Улар араһында Өфө ҡалаһынан да кешеләр бар.

18 март шулай уҡ Нью-Йорк, Сиэтл, Хьюстон һәм Вашингтон ҡалаларында һайлауҙар уҙғарыласаҡ.