Башҡортостанда янғын һөҙөмтәһендә өйһөҙ ҡалған ғаиләгә ярҙам кәрәк

Ут тулыһынса йортто юҡ иткән, нигеҙ урынында күмерләнгән таҡталар ғына ятып ҡалған. Бәхеткә, йәрәхәтләнеүселәр юҡ.

Фажиғә 8 март төнөн Баймаҡ районының Бикеш ауылында була. Янғын сыҡҡан ваҡытта өй эсендә ике балаһы менән әсә булған.

“Йоҡлар алдынан йөрәгем ныҡ ауырта ине, бәлә килгәнен һиҙгәндер инде. Будильник таңғы алтыла яңғырарға тейеш ине, әммә дүрттәр тирәһендә уяндым. Нисектер шомло булғанға күрә ҡорғандарҙы астым. Башта ни өсөн урамда шул хәтлем яҡты тип аптырағайным. Аҙаҡ ҡоро утын шатырҙағанын ишетеп янғын сыҡҡандыр тигән фекергә килдем. Тышҡа сыҡһам, ҡыйығым янғанын күрҙем”. – ти йорт хужаһы Лүзә Исламова.

Ҡатын шундуҡ табиптар менән янғын һүндереүселәрҙе саҡыртҡан. Күршеләр әйберҙәрҙе сығарышырға ярҙам иткән, кемдер ут һүндерешкән. Янғын ваҡытында өй эсендә Исламовтарҙың ҡыҙҙары һәм улы булған, уларға зыян теймәгән. Утты ярты сәғәттән һүндергәндәр. Алдан яңғыратылған фажиғә сәбәбе – электропровод.

Билдәләп үтәйек, ғаилә өс бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары студенткалар, улдары мәктәптә уҡый. Исламовтар ғаиләһе бер ниндәй ҙә әйберһеҙ тороп ҡалды. Уларға әлегә ваҡытлыса йәшәү урыны бирелгән.

Лүзә Исламова шулай уҡ финанс ярҙам һәм балаларға кейем кәрәклеген хәбәр итте. Финанс ярҙамды 4276 0600 5758 8025 банк картаһына күсерергә мөмкин.