Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Алексей Анисимов менән осрашты

Унда республикала граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдим-проекттар, уларҙы ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән үҙ-ара хеҙмәттәшлек юлдары тикшерелде.

Фото №1 - Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Алексей Анисимов менән осрашты

Төбәк башлығы билдәләүенсә, мәсьәләләр - уртаҡ: ике яҡ та халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу өсөн эшләй. Халыҡ фронты вәкилдәренең чиновниктар, яуаплы вазифа биләүселәр эшмәкәрлеге менән риза булмаған осраҡтары ла була. Осрашыуҙа айырым бер кешене түгел, ә халыҡтың тормош кимәлен түбәнәйтеүгә юл ҡуйылыуын тәнҡитләргә кәрәклеге лә билдәләнде.

Авторы: Гөлдәриә Йосопова

Волна
Акции БСТ