Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Зыязетдинов арабыҙҙан китте

Кисә, 11 март, Салауат ҡалаһы башҡорт драмма театры актеры Рим Зыязетдинов вафат булды.

Был турала театрҙың матбуғат хеҙмәтенә һылтанып “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.

Рим Сәләх улы Миәкә районының Богдан ауылында 1953 йылдың 19 апрелендә тыуған. 1972 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай, шунан бирле ул Салауат драма театрында эшләй. Рим Зыязетдинов үҙ ғүмерендә 70-тән ашыу роль башҡарған.

Актер менән хушлашыу иртәгә, 13 мартта, 12:00 сәғәттә театр бинаһында уҙа.