Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы Шишмә районы ауылдарында ла уңышлы тормошҡа ашырыла

Быйыл төбәктең Ҡара Яҡуп, Ибраһим ауылы биләмәһендә йәшәүселәр киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең көнүҙәклеген билдәләй. Мәктәпкә капиталь ремонт, һыу башняһы алыштырыу һәм башҡалар талап ителә.

Фото №1 - Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы Шишмә районы ауылдарында ла уңышлы тормошҡа ашырыла

Мәктәп формаһы урынына йылы кофта, ҡулдарға - бейәләй. Горный ауылы мәктәбе уҡыусылары өсөн ҡыш миҙгеле оло һынауға тиң. Иҫке тәҙрәләрҙән елдәр өрөп торһа ла, дәрес планға ярашлы үткәрелә. Белем усағында рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан Лилиә Романова бындай шарттарҙа эшләп күнеккән. Хеҙмәткәр билдәләүенсә, 40 йыл эсендә мәктәпкә бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнелмәгән.

Лилиә Романова, Горный ауылы мәктәбе уҡытыусыһы: «Беҙ, уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәр йылдағыса үҙебеҙсә буяп, кәрәк урындарын тәртипкә килтерҙек. Әммә капиталь ремонтҡа етәме ни инде ул?! Ярай ҙа өс-дүрт йыл элек йылытыу системаһында үҙгәрештәр булды, әммә тәҙрәнән үтәнән-үтә һыуыҡ өргәндә, ни файҙа?»

Ҡара Яҡуп ауыл биләмәһе халҡы киҫкен мәсьәләне урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына инеп, хәл итергә ниәтләй. Горный ауылында йәшәгән 700-ҙән ашыу кешенән 250-шәр һум аҡса йыйырға кәңәш ителә. 100 мең һум аҡсаны бағыусылар бүлһә, эш программаға эләгеүгә генә ҡайтып ҡала. Әйткәндәй, урында йәшәүселәр әүҙемлеге менән ике йыл элек Горный мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләре, ишектәре алыштырыла.

Ә Первомайский ауылында йәшәүселәр иҙән-кер йыуыу мәшәҡәттәрен бер-ике көн алдан хәстәрләй. Юғиһә, һыу аҡҡанын ярты көн көтөргә тура килә. Башня иҫкергән, уны беҙ ябай күҙ менән дә күрә алабыҙ. Ә ауылдың күпселек халҡы үҙәк һыуүткәргес менән файҙалана. Шунлыҡтан, башняла бәләкәй генә авария ла, урында йәшәүселәрҙе һыуһыҙ ҡалдырыуы ихтимал.

Һыу башняһының хаҡы - 700 мең һум. Ауыл биләмәһе урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына өмөт итә. Бынан тыш, һәр ихатанан бер мең аҡса йыйырға тигән уртаҡ фекергә килгән Первомайский ауылы халҡы. Һыуһыҙ интегеүселәр күптәнге хыялдарының тормошҡа ашыуына өмөтләнә.

Авторы: Фәниә Юланова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ