Илдар Абдразаҡов “Ирҙәр араһында иң яҡшы вокал башҡарыусы” номинацияһына лайыҡ булды

Был исем хаҡында “BraVo” I Халыҡ-ара профессиональ музыка премияһын тапшырыу тантанаһында иғлан ителде.

Фото №1 - Илдар Абдразаҡов “Ирҙәр араһында иң яҡшы вокал башҡарыусы” номинацияһына лайыҡ булды

Награда кисә Мәскәүҙең Ҙур Театрында тапшырылды. Әммә Илдар Абдразаҡов үҙе тантанала була алмай. Донъяның иң яҡшы басы әле Нью-Йорк ҡалаһында “Семирамида” опреаһына әҙерләнә.

Премия ойоштороусыларына һәм үҙенең тыңлаусыларына ул instagram социаль селтәре аша рәхмәтен белдерҙе.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ