Байрам аҙнаһында водителдәр юл ҡағиҙәләрен нисек үтәгән?

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы үткән аҙнаға йомғаҡ яһаны.

Шулай итеп, 5-11 мартта Башҡортостан юлдарында 52 авария теркәлгән. 19 осраҡта йәйәүлеләр тапала, бер аҙнала юл-транспорт фажиғәләрендә 3 кеше вафат булған, 58 кешенең һаулығына зыян килгән.

Аҙна эсендә, ғөмүмән, 20 732 водителдең һәм 519 йәйәүленең юл- ҡағиҙәләрен үтәмәү осраҡтары теркәлгән. 413 иҫерек водитель тотолған.

Фото: Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы