Әбйәлилдә бер туған ағай менән ҡусты араһында ҡаты ыҙғыш сыҡҡан

Һөҙөмтәлә 49 йәшлек ир 58 йәшлек ағаһының күкрәгенә бысаҡ ҡаҙаған.

Тәфтишселәрҙең беренсе версияһы буйынса табын артында ағалы-ҡустылы һүҙгә-һүҙ килешеп әрләшә башлай. Бәхәс һөҙөмтәһендә ҡусты кеше ағаһына бысаҡ менән ташланған. Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ике ир ҙә эшһеҙ, ғаиләһеҙ, спритлы эсемлектәр менән мауыға.

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 58 йәшлек ирҙе үҙәк район дауаханаһына оҙатҡандар. Ҡустыһына ҡарата енәйәт эше асыу буйынса ҡарар ҡабул ителә.