Яҙ һәм наҙ байрамында ҡояштай балҡып!

Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә тәүге тапҡыр «Үҙгәреү» проектын тормошҡа ашарҙы.

Ғаилә йылында улар ишле, шулай уҡ физик мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән гүзәл заттарға бушлай массаж, прическа кеүек хеҙмәт күрһәтте. «Үҙгәреү» проектында ҡатнашыусыларға артабан бағыусылар кибеттәрҙән үҙҙәре теләгән күлдәк алыуға булышлыҡ итте. Яҙ һәм наҙ байрамында гүзәл заттар бер көнгә тормош мәшәҡәттәренән арынып, ял итте.

Проектта ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар артабан район мәҙәниәт йортона юлланды. Унда гүзәл заттарҙы тормош иптәштәре, балалары ҡаршы алды. Байрамға концерты алдынан ир-егеттәр тамашаға килеүсе бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап, ләлә сәскәләре бүләк итте.

Авторы: Ринат Әлимғужин