“Өфө” футбол клубы Рәсәй чемпионатына иң йәш уйынсыны сығарҙы

Sports24 порталы билдәләүенсә, “Өфө” – “Анжи” матчында Рәсәй профессиональ футбол аренаһына 2000 йылда тыуған тәүге уйынсы сыҡты.

Фото №1 - “Өфө” футбол клубы Рәсәй чемпионатына иң йәш уйынсыны сығарҙы

Ул 18 йәшлек Еркебулан Сәйҙәхмәт. Ҡаҙаҡ форварды икенсе арауыҡта Кехинде Фатаины алмаштырҙы.

Уйын беҙҙең еңеү менән тамамланды (3:2).

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ