Сиркәүҙә лә урлашалар

Стәрлетамаҡ районының Эске эштәр министрлығына Ишбарс ауылының 19 йәшлек егете мөрәжәғәт итә. Ул сиркәүҙә кеҫә телефонын урлатҡан.

Егет ғибәҙәтханала телефонын көс йыйҙыртыуға ҡалдырып киткән булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләү-тикшереү эштәрен уҙғарғас енәйәтсенең юлына төшкән. Телефонды быға тиклем дә суд хөкөмөнә эләккән, билдәле йәшәү урыны булмаған 46 йәшлек ир урлаған булып сыға.

Республиканың Эске эштәр министрлығы граждандарҙы ҡиммәтле әйберҙәрҙен ҡарауһыҙ ҡалдырмауын һорай.